Отдел образования Администрации Калининского района городского округа город Уфа » Новости » 

Был сараның маҡсаты: башҡорт халыҡ милли байрамы менән таныштырыуҙы дауам итеү, халыҡ   ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү. 1 – се башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре милли кейемдәр кейеп көҙгө уңыш байрамы – «Сөмбөлә»гә йыйылды. Балалар ихлас ял итте, күңел асты һәм төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Сараны йәмләндереп, әкиәт батырҙары ла килде. Ата–әсәләр тарафынан әҙерләнгән йәшелсә-емештәрҙән һәм тәм–томдан торған матур күргәҙмә ойошторолдо.

  
basgov1.jpg.png